суббота, 19 декабря 2015 г.

Валеев Нажип

Был мәҡәлә бер йылдан һуң ғына баҫылыуына ғәфү үтенәм.


Вәлеев Нәжип Ишбулды улы биш балалы ғаиләлә 2-се бала булып донъяға тыуа. Атаһы – Ишбулды Сәлих улы һәм әсәһе – Нуридә Зекериә ҡыҙының татыу, матур ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫә. Әбделғәзе башланғыс мәктәбен тамалап Амангилделә 8-се класты уҡып бөткәс (1978 йыл) Юлдыбай СПТУ-һына тракторист һөнәрен үҙләштерергә уҡырға инә.
1980 йылдың 27 октябрендә армия сафына алына. Тәүҙә Ашхабадта учебка үтергә тура килә. Унан һуң Термез ҡалаһына хеҙмәт итергә ебәрелә.
Аҙаҡ Афған автоколоннаһына (112-се) кесе сержант санинструктор бурысы йөкмәтелә. Уның төп эше – автоклонналар оҙатып йөрөү була. Йыл ярым хеҙмәт итеү осоронда – бер йыл колонна менән инеп сығып йөрөйҙәр. Нагрудные армейские значки, гвардейский значоктары разряд буйынса бар. Хеҙмәтен тултырып Гардез ҡалаһындағы точканан ҡайта. Өйләнгән. Ике ҡыҙы, бер малайы бар. Магниткала комбинатта ОСК дом ремонт сервиздә эшләй (объединение сервис компании). Магниткала йәшәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий