воскресенье, 20 декабря 2015 г.

Хайбуллин Ильгиз

Хәйбуллин Илгиз Мотаһар улы. Мин 1986 йылда Күмертау педагогия
училищеһын тамамлағас, Асҡарҙа ДЮСШ – ла тренер
булып эш башланым. Шул йылдың октябрендә мин армия сафтарына саҡырылдым һәм Волгоград өлкәһенең Волжск ҡалаһында ярты йыл учебкала булдым. Яҙ көнө  беҙ Афганистан еренә аяҡ баҫтыҡ, роталағы егеттәрҙе, Ҡабулда, төрлө
полктарға бүлделәр.  Мин Баграм девизияһының
Руха полкына  эләктем, ул полк Паньшер
ущельеһында  урынлашҡан ине, шулай итеп хәрби хеҙмәт юлым шул ерҙә башланды. Мин полктың 1-се батальоны 2-се ротаһында хеҙмәт иттем. Роталағы пехотасылар бөтәһелә тауҙағы точкаларҙа урынлашҡан ине, миндә шул точкаларҙың береһенә эләктем.  Беҙ землянкала йәшәнек, төрлө
кәрәк-яраҡ  артынан тауҙан
полкка төшөргә кәрәк, иң ҡыйыны, йөк менән
тауға кире менеү ине, шул ваҡытта, минең спорт менән
шөғөлләнеү, бик ярҙам итте. Беҙ, биш егетте выносной пост, точканан өҫтәрәк  бер 500 – 700 метр алыҫлыҡта урынлашҡан ергә, үргә ебәрҙеләр, икенсе һалдвттарҙы алмаштырҙыҡ. Беҙ һәр беребеҙ төрлө милләттән булдыҡ рус, белорус, үзбәк, латыш һәм мин башҡорт. Бөтәбеҙҙә бер призывтан
буғас татыу булдыҡ, бер котелоктан ашаныҡ. Иң ҙур проблемаларҙың береһе,
“һыу” булып торҙо, сөнки , һыу өсөн тау аҫтындағы шишмәгә төшөргә кәрәк ине. Һыуҙың һәр тамсыһы ҡәҙерле булды. Тағыла һалдатты ыҙылатҡаны ”бет “ булды, (постельные вши)
уларҙаң ҡотолоу өсөн нимәләр генә эшләмәй торғайныҡ.
  Точкала бөтә төр
стрелковый  ҡоралдарҙан атырға өйрәндек, йәғни бөтәһелә белергә тейеш. Беҙ, полкты һәм тауҙан  төшөү юлдарын контроль аҫтында тоттоҡ.
Паньшерҙа Ахмад-шах-Масуд маджахедттары
отрядттары, беҙҙең полктарға ҡаршы торҙо. Улар һирәк – мирәк беҙҙең полк урынлашҡан кишлакка миномет уты аса торғайнылар. Духтарҙың ҡайҙан
атҡандарын күреүе һәм табыуы ҡыйын, тау таш
араһынан ике-өс мина атҡас, улар тиҙ
арала  юҡҡа сығалар,  сөнки, улар үҙ ерҙәрен бик яҡшы беләләр.
Тауҙан полкка төшкән арала, полктағы башҡорт егеттәре менән туйғансы уҙ телебеҙҙә аралашып ала торғайныҡ, тыуған яҡтарға ҡайтып килгәндәй була инек, шундай һағындыра уҙ телебеҙ, точкала  һәр ваҡыт русса аралаша торғайныҡ.
1988 йылда СССР афган еренән
ғәскәрен сығарырға һөйләшеү башлай һәм яйлап сығарырға тотона. Паньшерҙан беҙҙең һәм афган хөкүмәтенеңполктары сыға. Беҙҙең полк Джабаль кишлагы эргәһендә урынлашҡан. Бында беҙҙең батальон һалдаттарына Багран һәм Гульбахзорҙағы  тауҙарҙағы беҙҙең точкаларға
һыу, аҙыҡ – түлек һәм башҡа төрлө
кәрәкле нәмәләр алып менергә тура килде.
Беҙҙең ғәскәр яйлап Саланг юлынан Союзға сыға башлай, шулай итеп,
беҙҙең батальон колонналарҙың имен –аман үтеүен тәьмин
итә.







Беҙҙең призывҡа, ҡайтырға тигән приказ булһала, беҙҙе ҡайтарманылар, алмашҡа йәш һалдаттар булманы, вывод башланғас,
яңы призывты кертеү урынһыҙ булыр ине. Шулай
итеп, роталағы пехотасыларҙы яңы 1989-сы йылдың ғинуар баштарында ҡайтарырға булдылар,
ә кем БМП расчетында, улар техникаларҙа Союзға, уҙ
ходы менән сығырға тейеш булды. Ә беҙ самолеттарға ултырып остоҡ, һәм 15 –се ғинуарҙа мин ауылыма ҡайтып төштөм, ә ҡалған егеттәр 15 – се февраль көнө ҡайтып еттеләр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий