суббота, 19 декабря 2015 г.

Янтурин Амин



Әминдең дә өлөшө бар...
Бураңғол ауылынан Афған яугирҙарының береһе Йәнтүрин Әмин Зәки улы тураһында үҙе мәрхүм булғас 10 йыл үткәс яҙырға тура килеүе аяныс – тик бер кем дә бер нәмә лә онотолорға тейеш түгел, уның да был һуғышта өлөшө ҙур.
Ул 1961 йылдың 20 апрелендә Рәйсә һәм Зәки Йәнтүриндәр ғаиләһендә – биш бала араһында, 2-се бала булып донъяға килә. (Улар үҙҙәре лә күптән мәрхүмдәр икән)...
1978 йылда Бураңғол урта мәктәбен тамамлап СПТУ-ла тракторист һөнәрен ала. Унан һуң армия сафтарына алына. Учебканан һуң 1979-1980 йылдарҙа Афған илендә үҙенең ил алдындағы бурысын үтәй. Әминдең һөйләүе буйынса уларҙы самолетҡа тейәп парашютта төшөрөп китәләр, улар үҙҙәренең ҡайҙа, ни өсөн барғандарын да аңламай ҡалалар. Төп аҙыҡтары консерва була. Уныҡын да тәмәке йәки башҡа аҙыҡҡа алмаштырып йән аҫырайҙар.
Уларҙың ғүмере, күберәген, төнөн постағы һалдат йоҡлап киткәндә өҙөлә ине, һуйып киткән саҡтары була, һыуға барған саҡтарында кире ҡайтмағандар була ине тип һөйләй ине Әмин тип хәтерләй ҡатыны. Ҡайтырға приказ булғас, билдәле араны вертолетҡа тиклем йүгерергә тура килә, шул арала ла 4 һалдатты “сүпләп” өлгөрҙөләр тип иҫләгән булған яугир...
Ул Әминдең (Афғанистандың президенты, хәҙергесә әйткәндә) дворецын яулағанда ҡатнаша, һәм уның алтын ваннаһына төшөп ултырып сыҡтыҡ, - тип, көлөп иҫләй Әмин...
Хәйбулла районында Исмәғил исемле хеҙмәттәше һуғышта үлеп ҡала, уның хөрмәтенә 2-се улына Исмәғил тип исем ҡуштыра. Ошо хеҙмәт юлы тәьҫир итмәй ҡалмай әлбиттә, ул күңел яраларын баҫырға теләп “йәшел йыланға” һыйынған саҡтары күп була. Тормош иптәше, Гөлшат, фельдшер булғас, аңлай, әлбиттә, тик ярҙам итә алмай... Әмин йән тыныслығын теге донъяларҙан табырға уйлаған моғайын – үҙ теләге менән был донъяларҙан китеүҙе хуп күрә ул... Афған һуғышын үткән яугирҙәрҙән ул тәүгеһе генә түгел ине шул. Өс бала етем үҫә, ә Гөлшат бөтә донъя ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәреп – яҙмышына зарланмай – ошо сабыйҙары хаҡына йәшәүен дауам итә. Миндә ғорурланыу ҡатыш һоҡланыу тойғолары уянды – был башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас көслө рухлылығын иҫбатлаусы бер күренеш ине минең өсөн. Донъяһының күркәмлеге лә быға оло шаһит – ирле ҡатындар ҙа бындай донъя төштәренә лә инмәйҙер бәлки... Өй тулы гөлдәр... Улының үҙ ҡулы менән юнып эшләгән өй йыһаздары – картиналар... Ванна-биотуалет (бәләкәй ҡыҙы өсөн эшләткән икән – тыуған сағынан ауыр операциялар үткәргән). Әммә Әмин кеүектәрҙең яҙмышына төшкән яу юлдары күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр...
Нуриҙә Илһамова.

Комментариев нет:

Отправить комментарий