Минең атайым
Ыжғыр буранлы февраль айы килеп етте. Тышта тынды ҡурырлыҡ һалҡын. Ана, урамда атайым автобусының тәгәрмәсе эргәһендә эйелеп нимәлер эшләй. Тәҙрәнең бармаҡ баҫымлыҡ ҡына урынында боҙо ирегән. Ынтылып шунан ғына атайымды күҙәтәм. Бына ул ерҙә ятҡан асҡыстарын йыйып алды ла, автобусҡа инеп, руль артына ултырҙы. Хәҙер туҡталыштағы юлсыларҙы ултыртып, Асҡарға ҡарай елдерер. Хәйерле юл, атай!
Минең атайым, Фазылов Наил Зәкир улы, 1968 йылда бар тәбиғәт алтынға мансылған мәлдә тыуған. Маһирауза өләсәйем һәм Зәкир олатайымдың ғаиләләре ҙур булыуға ҡарамаҫтан, балалары уҡыуға һәм эшкә тырыш, тәртипле булып үҫәләр. Әбдрәш мәктәбен тамамлағас, атайым Сибайҙа интернат-мәктәптә белем ала. Ағай-апайҙарынан тик яҡшылыҡтар ғына өйрәнеп, һеңлеһенә үҙе яҡын кәңәшсе була атайым. Ул бәләкәйҙән ныҡышмал, һәр эшкә яуаплы ҡараусан булып буй еткерә. Йәмле Оло Ҡыҙыл йылғаһында уҙыша-уҙыша йөҙөү, көрәшеү, саңғыла йүгереү, гир күтәреү кеүек спорт ярыштарында атайым ал бирмәй.
Әрме сафына барырға йәше еткәс, атайым хәрби комиссариатҡа саҡыртылған ваҡыттан бер нисә сәғәт алдан барып тора. Башҡортостандан һикһән өс егетте Грузияның Батуми ҡалаһына хәрби әҙерлек курстарына ебәрәләр. Атайым ҡорал менән эш итеү һәм КАМАЗ машинаһын йөрөтөү буйынса оҫталығын арттыра. Хәрби әҙерлектәр курсынан һуң уларҙы самолетта Афғанстанға ебәрәләр. Ике йыл (1987-1989) хәрби бурысын водитель вазифаһында үткәрә. Афған халҡына йөк машинаһында төрлө ярҙамдар күрһәтә. Хәрби бурысын яҡшы үтәгән өсөн миҙалдар менән наградлана. Атайымдың ошондай нығыныу йылдары уға бөгөн төрлө ауырлыҡтар алдында бөгөлмәҫкә, тырышып донъя көтөргә таяныс булып тора. Ғаиләбеҙҙә дүрт бала. Мәүлиә апайым ҡалала эшләй, ситтән тороп Магнитогорск педагогия университетында уҡый. Айзилә апайым 11-се класта тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Фаяз ҡустым балалар баҡсаһына йөрөй. Ә өйөбөҙ ҡояшы – әсәйем мәктәптә математика уҡытыусыһы, кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы. Бөгөн атайым “Хәмитов” шәхси ойошмаһында автобус водителе булып эшләй. Ауылда ғаиләбеҙ абруйлы ғаилә булып тора. Атайым да, әсәйем дә ярҙамсыл, һәр саҡ алсаҡ йөҙлөләр.
Февраль айы етһә, атайымды ике байрамы менән дә ҡотларға бүләктәр әҙерләй башлайбыҙ. 15 февраль һәм 23 февраль өйөбөҙҙә һәр йыл тәмле-тәмле еҫтәр сығарып, байрам табыны ойошторабыҙ. Атайым һәр саҡ шулай көслө, ҡыйыу, аҡыллы, өйөбөҙҙөң ҡото булып йәшәһен. Илебеҙҙе һаҡлаусы, донъя терәге булған атайҙарыбыҙ өлгөһөндә үҫәйек.
Диләрә Фазылова, Әбдрәш урта мәктәбе уҡыусыһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий