суббота, 19 декабря 2015 г.

Билалов Исмагил

Заман ҡаһармандары
Был яҙмам афғансылар хаҡында. Улар беҙҙә икәү – Исмәғил Билалов менән ауылыбыҙ кейәүе, хәҙер инде үҙ кешегә әүерелгән Иршат Ырыҫҡолов. Ҡулға ҡәләм алғанға тиклем уларҙың икеһе менән дә айырым-айырым әңгәмәләшергә тура килгәйне. Афғандағы иң ныҡ хәтерҙә ҡалған берәй ваҡиға тураһында ҡыҙыҡһынғанда икеһенең дә фекерҙәре бер төрлөрәк ине. Улар әйтеүенсә, афғансының хәбәрен афғансы ғына аңлауы мөмкин, унда булмағандар һөйләгәндәрҙең айышына төшөнмәйәсәк...
Исмәғил ағай урта мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск төҙөлөш техникумында уҡый, 1979 йылда хәрби хеҙмәткә алынғас, тәүҙә Германияла хеҙмәт итә. Уны Германиялағы мәҙәнилек, камиллыҡҡа тиң таҙалыҡ, хатта ябай кешенең тормош кимәленең юғарылығы, хеҙмәтләндереү өлкәһендәге яҡшы мөнәсәбәт хайран ҡалдыра. 1980 йылда Афғанстанға сыҡҡас, әйткәндәй, Исмәғил ағай Кундуз ҡалаһында артполкта хеҙмәт итә (батарея быстрого реагирования), уны ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар биләй: берҙән, ниндәй генә яҡшы булмаһын, бер сит илдән сығыу күңеленә кинәнес килтерһә, Афған сигенә еткәнгә тиклем халыҡтың уларҙы ил һаҡсылары итеп күреп, ҡул болғап булһа ла хөрмәт күрһәтеп ҡалыуҙары, һалдаттар ҙа үҙҙәрен ҡотҡарыусылар итеп тойоуы, ә сиктең икенсе яғындағы халыҡтың уларҙы нәфрәт менән ҡаршы алыуы, үҙ тойғоларын йәшермәй күрһәтеүе бөтөнләй икенсе тойғо уята. Был күренеште йылдар үткәс бик яҡшы төшөнәһең, ә ул мәлдә уны аңларға тырышыу ҙа үҙ илеңә хыянат кеүек ҡабул ителгәндер кеүек тойола миңә.
Иршат еҙнәй Баймаҡ районының Комсомол ауылында тыуған, әсәһе Ҡырҙастыҡы булғанға, туғандары шунда йәшәгәнгә, ул үҙен Әбйәлилдеке итеп тоя. Темәстә урта мәктәпте тамамлағас, Магнитогорскиҙа 97-се училищела уҡый. 1982 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Тәүҙә Горький өлкәһендә “учебка”ла булып, артабан Термез ҡалаһында (Үзбәкстан) бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, 1984-85 йылдарҙа Афғанстанда пехотала хеҙмәт юлын үтә. Кундуз ҡалаһы аэродромында хәрби һаҡсы була. Уға, хәрби хеҙмәт срогы тулғас та, тағы өҫтәмә рәүештә ярты йыл хеҙмәт итергә тура килә – йәш һалдаттарҙы һуғыш серенә, атырға өйрәтәләр. Сөнки һуғыштың башланған ваҡытында, ҡайһы бер офицерҙарҙың вайымһыҙлығы, яуапһыҙлығы арҡаһындамы, ҡулдарына бер тапҡыр ҙа ҡорал тотоп ҡарамаған һалдаттар менән 6-7 БТР-ҙы (бер БТР-ҙа 10 һалдат) ут эсенә индереп, бер ыңғай үлемгә дусар итеү осрағы була. Ошоға оҡшаш ваҡиғаны Исмәғил ағай ҙа бәйән иткәйне. Ул бер рота (50 кеше) һалдаттың командирҙарының мин-минлеге арҡаһында ҙур тау йылғаһында хәрби катерҙан түңкәрелеп, көслө ағымға ҡаршы тора алмайынса, иллеһенең дә батып үлеүҙәренә үҙе шаһит булған. Ә бойороҡ биргән командир үҙе ярҙа ҡалған. Әлбиттә, бөтә офицерҙар ҙа бер төрлө булмаған, командир исемен лайыҡлы йөрөткән, үҙ һалдаттары өсөн йәнен фиҙа ҡылыр офицерҙар ҙа булған.
Заман ҡаһармандары. Эйе, беҙ уларҙы ошо исем менән хөрмәтләп, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ауылыбыҙҙың махсус дипломын тапшырҙыҡ. Һәм яугир-ауылдаштарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Икеһе лә эргәлә генә үлем һағалап торған ерҙә мәғәнәһеҙ өҙөлгән ғүмерҙәрҙең шаһиты булып, ошоғаса шуның шауҡымын күңелдәрендә йәшәтеп тә, һынмай, юғалып ҡалмай, лайыҡлы тормош алып барыуҙары үҙе батырлыҡҡа тиң. Икеһенең дә матур ғаиләһе, үҙҙәрен аңлап, нисәмә йылдар терәк булып, тормош йөгөн бергә тартҡан хәләл ефеттәре, белемгә, яҡшы тормошҡа ынтылыусы ул-ҡыҙҙары булыуҙары үҙе күпте һөйләй. Исмәғил Булат улы “Березки” ял йортонда эшләй, шул уҡ ваҡытта ауылыбыҙ депутаты ла, ә Иршат Исмәғил улының ағастан мебель, башҡа кәрәк-яраҡ эшләү оҫтаһы булыуы хаҡында һүҙ йөрөтһәк, тағы нимәлер өҫтәп әйтеү ҙә кәрәкмәй кеүек. Бына шундай лайыҡлы ир-уҙамандар – заман ҡаһармандары йәшәй беҙҙең ауылда.
Зөлфирә Ҡарағужина, Күсем ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий