Ҡыҫҡаса әйткәндә...
Мин, Килдийәров Рафил Әнәс улы, 1984 йылдың 17 октябрендә армия
сафына алындым. Минең менән бергә Хөсәйен ауылынан Байгилдин Азамат та
саҡырылды. Беҙҙе Һарытау ҡалаһында хәрбиҙәрсә кейендереп, өс айға Әрмәнстандың
Октемберен ҡалаһына шоферҙар курсына уҡырға алып килделәр. 1985 йылдың 3
февралендә Еревандан самолет менән мин Афғанстандың Кандагар ҡалаһына килеп
төштөм. Азамат Шиндат ҡалаһына эләкте. Икенсе моторизованный полкка эләктем һәм
миңә алама ғына БТР-60 (бронетранспортер) бирҙеләр. Алты ай үткәс, беҙҙең
полкты сүллектә торған Лашкаргах исемле ҡала эргәһенә аэродромды һаҡлар өсөн
һигеҙ нөктәгә бүлеп ҡуйҙылар. Беҙ аэродромды һаҡлау өсөн уны уратып тирә-яғынан
торҙоҡ. Һуңғараҡ миңә БТР-70 бирҙеләр һәм уның менән пехотаны тейәп, гел генә
тревога буйынса колонналар оҙатып йөрөнөк. Беҙҙең взвод АГС (автоматический
гранатометный станок) булды һәм гел генә башняла урынды ул алды. Беҙ оҙатып
йөрөгән колонналар дошмандар һөжүменә эләккән, йә бер нөктәнән икенсеһенә
оҙатыусыһы булмаған колонналар булды. Ул колонналар бензин, солярка, боеприпастар,
самолеттарға бомбалар, аҙыҡ-түлек ташыған машиналар ине. Йыш ҡына союзға
(СССР-ға) колонна оҙатып йөрөнөм. Тургиндиға барғанда Шиндант, Герат ҡалаларын
үтә торғайныҡ. Шиндантта 4 көн торҙоҡ, сөнки Шиндант менән Герат араһындағы
перевалда ҡар яуып, юл булманы. Шиндантта Азаматты эҙләп ҡараным, ләкин таба
алманым, сөнки патруль тотоп алып, кире колоннаға бороп ебәрҙе. Кандагарға
колонна оҙатып барғанда урманда һөжүмгә эләктек, минең БТР-ҙың радиаторын пуля
тиште һәм бер двигателдең һыуы ағып бөттө. Колоннала беренсе булып, йүнәлтеүсе
(направляющий) тип әйтәләр, бара инем, минең арттан килгән машиналар туҡтамаһын
өсөн бер двигатель менән колоннаны ут аҫтынан алып сыҡтым. Колонналарҙы
урын-еренә имен-аман алып барып еткереп йөрөгән өсөн мине хөкүмәт наградаһы -
“Хәрби хеҙмәттәре өсөн” - миҙалы менән бүләкләнеләр. 1987 йылдың 4 февралендә
Кандагарҙан йөк самолеты менән Ташкентҡа килеп төштөк. Ташкенттан поезд менән 7
февраль көнө Магнитогорскийға килеп еттем һәм кискә, 21 йәшем тулған көндә,
тыуған ауылым Мәхмүткә имен-һау ҡайтып төштөм.

Комментариев нет:
Отправить комментарий