суббота, 19 декабря 2015 г.

Рустам Халисов

Һуғышта үткән йәшлек
Һуғыш! Ҡәһәрле һуғыш! Кешелек донъяһын зар илатҡан, йәндәрҙе, тәндәрҙе яралаған, ата-әсәләрҙе – балаларынан, һөйгәндәрҙе йәренән айырған, кеше иңе күтәрә алмаҫтай ауырлыҡтар һалған ҡәһәрле һуғыш! Бөйөк Ватан, Афған, чечен һуғышы... Ә минең һүҙем шанлы Афған һуғышы афәтен үҙ башынан кисергән яугир атайым тураһында.
Ишбулды ауылында Хәспинур һәм Фазылғаян Хәлисовтар ғаиләһендә алтынсы бала булып минең атайымРөстәм донъяға килгән. Олатай менән өләсәй 6 ул һәм 4 ҡыҙға ғүмер биргән. Шаян, ғәмһеҙ бала саҡ йылдары, шау-гөр килеп уҡыған мәктәп йылдары – барыһы ла артта ҡала. 1981 йылдың яҙында атайым Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә әрмегә алына. Башта уларҙы алты ай Төркмәнстандың Теджен ҡалаһында танк йөрөтөргә өйрәтәләр. Шунан инде Афғанстандың баш ҡалаһы Кабулға ебәрәләр. Атайым менән бер полкта Әлмөхәмәт, Ишҡол, Тәпән ауылдарынан да егеттәр була. Кабулға килгәс, ҡала ситендә палаткалар ҡороп, ҡыш тимер мейес яғып, йыл ярым шунда йәшәйҙәр. Ул хеҙмәт иткән танк батальоны Кабул менән Джелалабад ҡалалары араһындағы юлды душмандарҙан һаҡлап торған.
  • Тәүге мәлдә ҡыҙыҡ та, ҡурҡыныс та була торғайны, - тип хәтерләй атайым. – Көндөҙ әллә ни атмаһалар ҙа, кис булһа ысын һуғыш башлана. Кемдәр ата, нишләп аталар, беҙ аңламай аптыраша инек. Бер аҙҙан был төнгө алыштарға өйрәнә башланыҡ. Беҙҙең һалдаттар афған халҡын душмандарҙан ғына һаҡлап ҡалманы, башҡа төрлө эш менән дә ярҙам итте. Мәктәп, дауахана төҙөнө, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым да ебәрҙе. Совет һалдаттарына хеҙмәт итеү ауыр булһа ла, улар афған халҡына һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙо.
Үлем, илау-һыҡтау, яраланған кешеләр – быларҙың барыһын да атайым үҙ башынан кисерә. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, бөтәһен дә үҙ иңендә татый. Әсәй, атай, туғандарҙы күреү хаҡындағы хыялдар һәр ваҡыт уға көс бирә. 1983 йылдың майында атайым тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Әрменән һуң Гөлсинә Ғәли ҡыҙына өйләнә. Улар өс балаға ғүмер бирә. Әле лә атайым Афғанстанда ҡатнашҡан иптәштәре менән хәбәрләшеп тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡайһы берҙәре был яҡты донъянан бик иртә китте.
Йыл һайын 15 февраль көнө уларҙы районға саҡырып, хәтер кисәһе үткәреп тәбрикләйҙәр. Ләкин былар барыһы ла яуҙа ятып ҡалған бер ғәйепһеҙ һалдаттарҙың ғүмерен кире ҡайтара алмай шул.
  • Был һуғышта ҡатнашыу беҙгә дан килтермәне, әммә ҡиммәткә төштө: емерелгән яҙмыштар, сәләмәтлеген юғалтҡан, сәскәләй ғүмерҙәрен ҡорбан иткән һалдаттар, - ти атайым.
Ә минең теләгем шул: атайым һәм башҡалар күргәндәрҙе беҙгә, йәш быуынға, күрергә яҙмаһын. Күгебеҙ киләсәктә аяҙ булһын, донъялар тыныс торһон.
Миңзиә Хәлисова, Ишбулды мәктәбе уҡыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий