Хәйруллин Марсель Арслан улы 1961 йылдың 1 ғинуарында Тал-Ҡусҡары ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, токарь һөнәрен үҙләштерә. Армия сафына 1979 йылдың 15 октябрендә алына. Ул Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында танкист булып хеҙмәт итә башлай. Армияла хеҙмәт иткән ваҡытта 1979 йылдың декабрендә Афғанстанда һуғыш башлана. Ике ай ғына хеҙмәт итеп өлгөргән һалдаттарҙы тревога менән күтәреп, Афғанстанда тәртип һаҡларға, ярҙам итергә тип, 1980 йылдың 20 ғинуарында поезд менән эшелонда Үзбәкстандың Термез ҡалаһына, Афғанстан менән СССР сигенә алып киләләр. Унда улар 24 февралгә тиклем поезд вагондарынан снаряд, патрондар бушатып, машиналарға тейәп, Афғанстанға оҙаталар. 25 февралдә төнгө сәғәт икелә понтон күпер аша Афғанстанға сығаралар. Улар биш көндән, бейек-бейек тауҙарҙы үтеп, төндә Кабул ҡалаһына барып инәләр. Иртәгеһенә үк уларҙы ҡаланың сиген һаҡларға ҡуялар. Өс айҙан һуң Баграм тигән ҡаласыҡҡа аэродромды һаҡларға ебәрәләр. Үҙҙәренә йәшәргә землянкалар ҡаҙып алалар. Бер аҙҙан тағы яңы задание алалар: Пакистан менән сиктәш булған Джелалабад һәм Кабул ҡалалары араһындағы күперҙәрҙе һаҡларға. Чарикар провинцияһының юлын, Саланг тигән перевалды ла һаҡлайҙар.
Марселдең хеҙмәт иткән артиллерия дивизионында 250-ләп һалдат һәм офицер була. Күп кенә иптәштәре һуғышта һәләк булалар. Яугир 1981 йылдың декабрендә йылы яҡтан тыуған ауылына 35-40 градус һалҡын ҡыш көнөндә ҡайтып төшә. Бер аҙ ял иткәс, колхозға һөнәре буйынса токарь булып эшкә урынлаша. Колхоз тарҡалғанға тиклем үҙ эшен яратып башҡара. Бөгөн дә ул ал-ял белмәй эшләй, ғаиләһе өсөн бар көсөн һала.
Комментариев нет:
Отправить комментарий