Йәмлихин Рәсүл Рәжәп улы 1962 йылдың 11 ноябрендә Исҡужа ауылында тыуған. Исҡужа башланғыс, Ишҡол урта мәктәптәрен тамамлап, 1980 йылда колхозда эш башлай. Йылҡы көтөүе көтә ул. 1981 йылдың апрель айҙарында Совет Армияһы сафына алына. Тәүҙә Төркмәнстанда хәрби әҙерлек үтәләр. Алты айҙан һуң уларҙы Афғанстанға ебәрәләр. Һуғыштың иң ҡыҙыу мәлдәре була был. Ике йыл (1981-1983 йылдар) Афған ерендә тыныслыҡ урынлаштырыуға көс һалыусылар араһында Рәсүл Рәжәп улының да хеҙмәте бар. Ике йыл ут аҫтында үткән ғүмерен иҫләгеһе лә килмәй яугирҙың. Яуҙағы күрһәткән батырлығы хаҡында уның наградалары һөйләй: “Воину-интернационалисту от благодарного афганского народа”, “Афганистан. 20 лет. Вывод советских войск из Афганистана.”, “70 лет Вооруженных сил СССР” миҙалдары. Күпте күргән яугир иҫән-һау. Тәпән ауылында ғүмер итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий