Сабитов Йәмил Урал улы
Мин, Сабитов Йәмил Урал улы, 1969 йылдың ғинуар айында Әбдрәш ауылында тыуғанмын.
1986 йылда Әбдрәш урта мәктәбен тамамланым. 1986-1987 йылдарҙа Урал совхозының Әбдрәш бүлексәһендә мал ҡараусы булып эшләнем.
1987 йылдың 9 майында әрме сафына алдылар. Алты ай Төркмәнстанда Ашхабад ҡалаһында уҡыттылар. БМН-2 хәрби машинаһының наводчик-оператор һөнәрен алдым. Хәрби әҙерлек курстарын үттем.
1987 йылдың ноябрь айында Афғанстанға сығарҙылар. 70-се бригаданың 2-се штурмлаусы һауа десанты батальонында хеҙмәт итә башланым. Беҙҙең батальон Кандагарҙан 40 км көньяҡта урынлашты. Рәсәйҙән килгән боеприпас, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлекте һаҡлау һәм оҙатыу – беҙҙең бурыс булды. Калат юлында оҙатыусы булып күп йөрөргә тура килде. Беҙҙең батальон Таренкот блокпосында ла һөжүмдәрҙе кире ҡағыуҙа ҡатнашты.
1988 йылдың сентябрь айында Рәсәйгә беҙҙең бригаданы сығарыу башлана, тигән хәбәр ишетелде. Беҙ ҡыуандыҡ. Бригадаға Афғанстандың Шиндант тигән еренә барырға ҡуштылар. Ә Шинданттан Рәсәйгә самолетта остоҡ.
Тағы Төркмәнстан... Бригаданы бүлгеләп, төрлө ҡалаларға билдәләнеләр, ә мине Иолотань ҡалаһындағы 56-сы Гордез штурмлаусы һауа десанты бригадаһына тәғәйенләнеләр. Таджикстандың Пяндж йылғаһы буйында бәрелештәр булыу сәбәпле, беҙҙең бригаданы сик буйына ярҙамға ебәрҙеләр.
1988 йылдың 24 майында Төркмәнстанда хеҙмәтте тамамланым.
Комментариев нет:
Отправить комментарий