Ә егеттәр һаман китә тора –
Яҙған булһын иҫән-һау ҡайтырға,
Ҡаршы алһын шатлыҡ йәштәре!
Г.Ситдиҡова
Афған һуғышы... Был ҡот осҡос ваҡиғаларға нөктә ҡуйылған 1989 йылдың 15 февраленән һуң теп-теүәл 25 йыл ваҡыт үткән. Был һуғыш тураһында мин китаптарҙан, газеталарҙан уҡып ҡына беләм һәм тағы ла... Мин һуғыштың тере шаһиты менән аралашам. Ул – минең апам Әҙелмурзин Ишбирҙе Рәүеф улы. Апам 1966 йылда Исхаҡ ауылында донъяға килә. Буранғол урта мәктәбен тамамлай. 1984 йылда армияға алына. Ҡырғыҙстанда өс айлыҡ уҡыуҙа булғандан һуң, уларҙы Афғанстанға ебәрәләр. Һайлап алыу ваҡытында башҡорттарға, ауыл малайҙарына өҫтөнлөк бирәләр. Күберәк разведкаға йөрөүҙәре тураһында һөйләй апам. Афған ерендә бейек-бейек тауҙар. Ҡасан, ниндәй бәләгә юлығырыңды ла белмәйһең. Афған халҡының дингә ышаныуы көслө, йәшәүҙәре ярлы икәнен дә апам аша беләм. Ләкин армия тураһында апам күп һөйләргә яратмай. Ике йыл Афғанда хеҙмәт иткәндән һуң, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Уның имен-һау ҡайтыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныс. Сөнки был мәлдәрҙә һалдаттарҙың күпләп цинк табутта ҡайтыуын беҙ беләбеҙ. Матур тормоштоң ҡәҙерен белеп, әлеге көндә апам Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Инәйем Вәлимә менән бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Хеҙмәттәштәре менән бик йыш осрашалар, бер-береһенә ярҙам итәләр. 18 йәштән генә һуғыш эсендә йөрөп, бер туғандай яҡын булып киткәндәр. Атай-әсәйеңә терәк булып, туғандарыңа таяныс булып оҙон-оҙаҡ йәшә, апа! Һиңә һаулыҡ һәм дә аяҙ күк йөҙө теләйем.
Зөбәржәт Моратшина.
Комментариев нет:
Отправить комментарий