“Һалдаттарҙың ғүмере беҙҙең уяулыҡтан торҙо...”
Зөбәйер Килдейәров Буранғол ауылында ғаиләлә унынсы бала булып донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, СПТУ-ла тракторсы һөнәрен үҙләштерә. 1986 йылдың көҙөндә армия сафына алына. Үзбәкстандың Чирчик ҡалаһында учебкала була.
Киләһе йылдың көҙөндә ул Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Бында уларҙы самолет менән илтәләр, яҡташыбыҙ пост һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. “Һалдаттарҙың ғүмере беҙҙең уяулыҡтан торҙо...” – Зөбәйер Миҙхәт улының ошо һүҙҙәренән үк мин ул башҡарған хеҙмәттең ниндәй мөһим булыуын аңланым. Бик күп наградалары иһә ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыулығының өнһөҙ шаһиттары. “Хәрби хәрәкәттәр ветераны”, “Яугир-интернационалист”, “СССР-ҙың Ҡораллы Көстәренә – 70 йыл”, “Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына – 20 йыл” миҙалдары менән наградланған. Ут эсендә хәрби бурысын имен-аман үтәп ҡайтҡас, тынғыһыҙ яугир тик ятмай. Магнитогорск металлургия комбинатында токарь булып эш башлай. 1994 йылда ауылдашы Фәнүзә Ишморат ҡыҙына өйләнә. Ғаилә ҡорғас, Зөбәйер Миҙхәт улы ауылда төҙөлөштә эшләй, мәктәп төҙөүҙә ҡатнаша. Килдейәровтарҙың татыу ғаиләһендә ике бала донъяға килә. Ҡыҙҙары Эльвира хәҙер Сибайҙа шәфҡәт туташына уҡый, улдары Инсаф 6-сы класта белем ала.
Минең һорауҙарыма яугир баш һелкеп кенә яуап бирҙе. “Ниндәй льготаларығыҙ бар? Йәки берәй төрлө матди ярҙам алдығыҙмы?” – тиеүемә, тормош юлдашы: “Бер саҡ афғансыларға торлаҡ бирәләр икән тигән һүҙ сыҡҡайны, уныһы, өйлө булғас, беҙгә эләкмәй, тинеләр”, - тип яуапланы. Тимәк, кемдәр киләсәген ҡайғыртмаған, өй һалмаған – шулар ғына отошта ҡалған килеп сыға түгелме? Сәйер, тик закондарҙы беҙ яҙмайбыҙ шул.
Һуғыш эҙемтәһеҙ үтмәй. Зөбәйер былтыр инсульт кисерә. 2-се төркөм инвалидлыҡ бирелә. Ләкин булдыҡлы, тырыш хужаның төҙөк йорт-ҡураһына ҡарап был турала уйлап та булмай.
Нуриҙә Илһамова, Асҡар ауылы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий