суббота, 19 декабря 2015 г.

Газизов Фанис

Ике йыл ут эсендә
Афғанстанда һуғыш 1979 йылда башланып, 1989 йылда тамамланды. Ул 9 йыл да 1 ай, 14 көнгә һуҙылды. Был һуғышта беҙҙең райондан да байтаҡ егеттәр ҡатнашты. Шуларҙың береһе – Мәхмүт ауылы егете Фәнис Ғәзизов. Ул 1965 йылдың 5 июлендә тыуған. Башланғыс белемде Мәхмүт башланғыс мәктәбендә ала.
Әбделмәмбәттә һигеҙ йыллыҡ, Хәлилдә урта мәктәпте тамамлағас, Белореттағы ДОСААФ мәктәбенә уҡырға инеп, шофер һөнәренә эйә була, 1983 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Башҡортостандан 300 егет Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһына оҙатыла. Бында улар әҙерлек курстары үтәләр, хәрби ант ҡабул итәләр. Егеттәргә Афғанстанға ебәреләсәктәре тураһында әйтәләр. “Ҡабулға беҙ 1983 йылдың 24 декабрендә килеп төштөк, - тип хәтерләй Фәнис. - Беҙҙә ҡыш ине, ә бында йылы, ҡар юҡ. Сит ергә өйрәнеп китеүе ауыр булды. Артабан беҙҙе Баграм ҡалаһына алып килделәр. Мин сапер ротаһына эләктем. Электән хеҙмәт иткәндәр төрлө операцияларға йөрөй, беҙ уҡыйбыҙ. Әле бер нәмә лә белмәгәс, операцияға ебәреүҙәрен түҙемһеҙлек менән көттөк.
Ваҡыты менән беҙ йәшәгән урындың миномет утына тотолоуы, һалдаттарҙың һәләк булыуы, яраланыуы һиҫкәндерһә лә, ысын һуғышҡа инеү бер ҡасан да булмаҫ кеүек тойолдо. Шулай өс ай ваҡыт үтеп китте...”
Тиҙҙән Фәнис һәм уның иптәштәре ысын эшкә тотона: көн һайын тиерлек пехотаны мина яландары аша сығарыу башлана. Минаны тимер сымдар менән эҙләйҙәр. Сапер үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына яңылыша, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Уларҙың эшенә башҡа кешеләрҙең ғүмере бәйләнгән.
Фәнистең сапер хеҙмәтенә тырышып өйрәнеүе бушҡа китмәй, һәр операцияны ул уңышлы үткәрә. Ләкин үҙенән бер нисә метрҙа ситтә барғандарҙың минала шартлап үлеүҙәре, яраланыуҙары уның ҡарашын үҙгәртә, йәшәү менән үлем араһында тик секундтар булыуына, уның һәр хәрәкәтенә тиҫтәләгән кешеләрҙең яҙмышы бәйле булыуына төшөндөрә. Сапер булып хеҙмәт итеү осоронда ул йөҙәрләгән минаны зарарһыҙлай.
Бер ваҡыт мина яланынан имен-һау үтеп, дошман карауаны уҙасаҡ урында засадала яттыҡ, - тип һөйләүен дауам итте Фәнис. – Ике көн көттөк. Ләкин карауан үтмәне. Ҡайтыу юлына сыҡҡас, үҙебеҙ дошман ҡамауына эләктек. Ҡаты һуғыш башланды. Тиҙҙән дошман тауға сигенде. Беҙ ике иптәшебеҙҙе юғалттыҡ, бер нисә кеше яраланды. Бындай алыштар күп булды.”
Бер йылдан һуң, шоферҙар етешмәй башлағас, Фәнисте авторотаға күсерәләр. Был ваҡытта ул хеҙмәт иткән мотоуҡсылар полкы 50 километрға һуҙылған Панщир тарлауығындағы бер ҡышлаҡҡа урынлаша. Уларҙың ротаһына беҙҙең ил сигендә урынлашҡан Хайратон ҡалаһынан төрлө йөктәр ташыу йөкмәтелә. Ара яҡын түгел – 500 саҡрым. Тотош тауҙар араһынан үткән, мина, снаряд шартлауынан соҡорланған был юлдарҙы колонна 10-15 көндә, йыш ҡына юғалтыуҙарға дусар булып әйләнеп ҡайта. Был юлдан Фәнис нисә тапҡыр үткәндер, үҙе лә әйтә алмай. Нәүбәттәге командировка ваҡытында колонна Хайратондан аҙыҡ-түлек, һуғыш припастары тейәп, ҡайтыр юлға сыға. Гарнизон урынлашҡан ҡышлаҡҡа етергә 15-20 саҡрым ҡалғас, Панщир тарлауығының ике яғында текә ҡаяларҙа йәшеренгән дошман колоннаны гранатометтарҙан, автоматтарҙан утҡа тота. Алда барған БМП-ға ут тоҡанғас, колонна туҡтап ҡала. Егеттәр автоматтарын алып юл ситендәге ташҡа һыйына, дошманға ҡарап ут аса. Был бәрелештә колонна тиҫтәләгән машинаны юғалта, бер нисә һалдат һәләк була. Яҡташтарыбыҙ яуҙан иҫән сыға.
Шуныһы ҡыҙғаныс, ҡайһы бер егеттәр тыуған илгә ҡайтыуға бер нисә көн ҡалғас һәләк булды. Беҙҙең райондан алты егет бергә хеҙмәт иттек. Иптәштәрем араһында ауыр яраланыусылар булды, ләкин, шуныһы ҡыуаныслы, барыбыҙ ҙа ут эсенән иҫән-һау сыҡтыҡ”, - ти Фәнис.
Совет Армияһы рядовойы Фәнис Ғәзизов, үҙе әйтмешләй, Афғанстанда барған билдәһеҙ һуғышта әллә ниндәй ҙур батырлыҡ күрһәтмәгән, намыҫы ҡушыуы буйынса хеҙмәт иткән. Тыуған ил алдында биргән антына тоғро ҡалған. Уның ысын яугир булыуы тураһында 1988, 2008 йылдарҙа СССР Верховный Советы Президиумы исеменән бирелгән Почет грамоталары һәм “Рәхмәтле Афғанстан халҡынан” миҙалы һөйләй. Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға теүәл 25 йыл үтте. Был һуғыш тураһында бөгөнгө ысынбарлыҡтан сығып, яугир ниндәй фекерҙә һуң?
...Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөн Афғанстандағы һуғышҡа ҡараш үҙгәрә, йәнәһе, дөрөҫ булмаған һуғыш алып барғанбыҙ, - ти Фәнис. – Нисек кенә тип атамаһындар, беҙ интернационал бурысыбыҙҙы үтәнек...”
Күк йөҙө һәр ваҡыт аяҙ булһын, бындай һуғыштар бүтәнсә ҡабатланмаһын, әсәләрҙең күҙ йәштәре түгелмәһен ине.


Комментариев нет:

Отправить комментарий