суббота, 19 декабря 2015 г.

Проект авторы: Нуридә Илһамова
Мөхәрририәт: Рим Сынғыҙов, Азат Көмөшбаев, Нуридә Илһамова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Айҙар Әхмәтйәнов, Илһам Баҡыев
Автор-төҙөүсе: Нуридә Илһамова
Мөхәррире: Гөлшат Әхмәтҡужина
Компьютерҙа йыйыусы: Әлиә Шаһимарҙанова
Афған керә төшкә...
Снится мне Афган…
(Башҡорт һәм рус телдәрендә)
Ер йөҙөндә яу тынып торған көн юҡ. Әҙәм балаһын тыныс йәшәргә бер ниндәй ҙә ҡорбандар ҙа, ҡыйралыш – афәттәр ҙә, ҡайғы-хәсрәт тә өйрәтә алмаған. Афған һуғышы бөгөн булһын меңәрләгән йөрәкте әрнетә, һау ҡайтҡан яугирҙарҙың ҡанлы тән яралары ғына түгел, йән яралары тыныс күңел менән йәшәргә ирек бирмәй. Тупланған мәҡәләләрҙе ҡарап ултырғанда бер нәмә айырыуса тетрәтте: “фажиғәле һәләк була”, “трагически погиб” тигән һүҙҙәр күп. Һуғыштан имен ҡайтҡан яугирҙар тыныс тормошта үҙҙәрен таба алмай, ун йыл буйы Афғанстанда барған мәхшәрҙе күңелдәренән юйып ташларға көстәре етмәй, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалған.
Районыбыҙҙан киткән егеттәр бөтәһе лә ҡайта ҡайтыуға, әммә уларҙы “имен-һау әйләнеп ҡайтты”, - тип әйтә алабыҙмы?
Күбеһенең һаулығы ҡаҡшаған, сағыштырмаса сәләмәт булғандары ла төндәрен саташып уяна...
Эйе, Афғанстан һуғышына бөгөн ҡараш төрлөсә. Тик шуны оноторға ярамай: һалдат фарман үтәй, ул командир ҡушыуынан ситкә тайпыла алмай. Мәҡәләләрҙә беҙ ҡараш, фекер төрлөлөгөн һаҡлап ҡалдыҡ, төҙәтмәнек, сөнки хәҡиҡәт – үҙе үк сағыштырмаса төшөнсә. Киләсәк быуын, бәлки, бөтөнләй икенсе фекерҙә булыр, кем белә... Тарихи дөрөҫлөк бер генә: һуғыш һис ҡасан кешелеккә бәхет-ҡыуаныс килтермәгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә яугирҙар хаҡында ла тулы мәғлүмәт туплай алманыҡ. Киләсәктә “афғансылар” үҙҙәре беҙгә мөрәжәғәт итер, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ҡайһы бер тулы булмаған мәҡәләләр өсөн дә ғәфү итерһегеҙ. Йыйынтыҡты жанрҙар, авторҙар төрлөлөгө менән тулыландырырға тырыштыҡ.
Әлеге китапты әҙерләүҙә, сығарыуҙа ярҙам күрһәткән бөтәһенә лә ихлас рәхмәт белдерәбеҙ.
Гөлшат Әхмәтҡужина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий