Мостафин Иштимер Вара улы 1962 йылдың 2 апрель көнө донъяға килә. Ишҡол мәктәбен 1980 йылда тамамлай, унан һуң Таштимер СПТУ-һына уҡырға бара. Унда ул тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Йәше еткәс, армия сафына алына. Яугирҙың һөйләүе буйынса, уға барғандан ҡайтҡанға тиклем Афғанстанда хеҙмәт итергә тура килә. Уның хеҙмәтен баһалаусы наградалары бар. 1983 йылдың ғинуар айында Тыуған илгә ҡайта. Өйләнә. Ҡатыны Мостафина Фәниә Искәнйәр ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бирәләр. Тик яҙмыш аяуһыҙ шул, 1999 йылдың 11 октябрендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ләкин уның исеме китап биттәрендә бер тарих булып ҡалырына иманыбыҙ камил.
Комментариев нет:
Отправить комментарий