суббота, 19 декабря 2015 г.

Хасанов Салих

Ауыр...
Сәлих минең күҙ алдымда үҫте, әсәйемдең һеңлеһе Сәлиә апайым көнкүреш комбинатында, һуңғараҡ Асҡар ауыл Советында бухгалтер булып Әхмәҙи еҙнәм партия район комитетында яуаплы вазифала эшләнеләр, шуға күрә өләсәйем ике улдарын да – Сәлих менән Әхмәтте, көндөҙ үҙе ҡараны. Бик баҫалҡы, ипле, аҡыллы малай ине Сәлих. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инде. Бәләкәйҙән юрист булырға хыяллана ине. Шуға ла тырышып уҡыны. Университетты тамамлағас район эске эштәр бүлегенә тәфтишсе булып эшкә урынлашты. Өйләнде. Ғаиләһе имен, эше үҙенә оҡшай ине, шулай булғас, ни өсөн кәрәк булғандыр уға Афғанстан – бөгөн булһын аңлай алмайым... Хәйер, беҙҙең быуын ул замандарҙа үтә романтик ине шул. Туғаным минән туғыҙ йәшкә кесе булһа ла, бары бер шул уҡ коммунистик тәрбиәне, октябрёнок-пионер-комсомол юлын үткән ине. Ата-әсәһенең, кәләше Фәнүзәнең ҡаршы төшөүенә ҡарамаҫтан, афған һуғышына ул үҙ теләге менән китте. Бәлки, ундағы ҡан ҡойошто, мәғәнәһеҙ рәүештә әҙәм ғүмерҙәре ҡыйылыуын аңлап, белеп тә етмәгәндер.
Әхмәт ҡайҙа ла бирешмәҫ, Сәлихҡа армияла ауырыраҡ булырмы икән – өләсәйемдең шулай борсолғанын хәтерләйем, сөнки ҡустыһы ағаһына ҡарағанда үткерерәк тә, батырыраҡ та ине.
Тормошто һөйгән, кешеләргә ихлас ышаныу менән ҡараған, эскерһеҙ ҡустым афған яуынан бөтөнләй икенсе булып ҡайтты. Йыл ярым эсендә шундай үҙгәреш... юҡ, ул ҡыҙыу ҙа түгел ине, киреһенсә, тотош үҙ-үҙенә бикләнгәйне, эшенә ҡабат барҙы, унда коллективта нисек булғандыр, белмәйем, әммә ғаиләһендә ул бөтөнләй һөйләшмәҫ булды. Телевизорҙа һуғыш тураһында фильм күрһәтһәләр, шундуҡ сығып китә ине. “Балаҡайыма әллә ни булды?”, - тип, апайымдың илағанын хәтерләйем. Афғанстанда асылда ниҙәр булғанын беҙ үҙебеҙ ҙә белмәй инек.
Әле алдымда Сәлихтың хәрби билеты менән һәр төрлө льготаларға хоҡуҡ биреүсе танытмаһы ята. Ә ул иҫән сағында бер ниндәй льгота менән дә файҙаланып өлгөрмәне. Баҡтиһәң, Сәлих Әхмәҙи улы Хәсәнов 69713-сө хәрби часта стрелок булып хеҙмәт иткән икән. Минең йыуаш, кешеләр күңелен аңлай белеүсе, сит хәсрәтте үҙ йөрәге аша үткәреүсе ҡустымды башҡаларға төбәп атырға мәжбүр иткәндәр...
Бөгөн уның ниҙәр кисереүен бер аҙ аңлайым һымаҡ. 1983 йылдың 14 апрелендә өлгөлө хеҙмәте өсөн “Совет Армияһы Отличнигы” билдәһе менән бүләкләгәндәр. Башҡа төрлө билдә һәм юбилей миҙалдарын ул алып өлгөрмәне. Афған яуынан ҡайтҡас, моғайын, уға хеҙмәттә күргәндәре тынғылыҡ бирмәгәндер. Күңеленән, моғайын, һәр саҡ үҙ-үҙе менән бәхәстә булғандыр. Һәм хәҡиҡәт менән ялғандың, изгелек менән яуызлыҡтың ни дәрәжәлә бер-береһе менән буталған булыуын ҡабул итә алмайынса һуңғы аҙымға барғандыр...
Яҡты донъяларҙан киткәнендә Сәлих ҡустым бик йәш ине, бөгөн уға 54 йәш тулған булыр ине, иҫән булһа, олатай булып, ике ҡыҙының бәхетенә шатланып йәшәр ине. Әгәр йәненә афған һуғышы төҙәлмәҫ яра һалмаған булһа...
Гөлшат Әхмәтҡужина.




Комментариев нет:

Отправить комментарий