суббота, 19 декабря 2015 г.

ХАДИТ

Хәдит
Әминдән һуң тыуған был ҡустым тыныс, йыуаш булды. Әсәй янында ҡыҙҙары булмағас, гел өй эштәрендә ярҙамлашып үҫте. Йыш ауырый торғайны, әллә шуға табип һөнәрен һайларға ҡарар иткәндер. Мәктәптән һуң Сибайҙа медучилищела уҡыны, Асҡарҙа “Ашығыс ярҙам”да эшләне.
1987 йылдың яҙында армияға китте. Дүрт ай Төркмәнстанда хәрби уҡыуҙа булғандан һуң, уларҙы Афғанстанға оҙаталар. Тәбиғи, Хәдит санитар-инструктор булып хеҙмәт итә. Уларҙың часы Иран сигенә яҡын ерҙә, тау-таш араһындағы Герат провинцияһында урынлашҡан була. Уның хаттары икешәр ай буйы килә торғайны. Афғанда йөрөүе хаҡында бер һүҙ ҙә яҙманы, хәйер, яҙырға ла ҡушмағандар.
1988 йылда Хәдитте СССР Хәрби Көстәренең 70 йыллығы уңайынан юбилей миҙалы менән бүләкләйҙәр. Тағы бер йылдан, ауылға ҡайтып төшкәс, уның ике йыл буйы Афғанстанда йөрөүен ишетеп, барыһы ла шаҡ ҡатты. Атайыбыҙ нимә кисергәнен ҡысҡырып әйтмәне, ә бына әсәй тыйыла алмай түгелеп иланы: балаҡайын утлы үлемдән һаҡлап ҡалған өсөн Хоҙайға рәхмәттәр уҡыны.
Ҡустым Өфөләге медицина институтына уҡырға инде. Бер кемгә бәлә һалмайынса, үҙ көсө менән уҡып сыҡты. Әле баш ҡаланың 22-се дауаханаһында хирург-уролог булып эшләп йөрөй.
Рәйсә Аҫылғужина, Красная Башкирия ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий