суббота, 19 декабря 2015 г.

Ахметов Виль

Әхмәтов Вил Ишбулат улы 1962 йылдың 9 майында Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән, ата-әсәһенең көтөп алған улы була. Уларҙың ҡыуанысына улдары бик аҡыллы, тыныс холоҡло, сос, отҡор, ярҙамсыл булып үҫә. Бала саҡтан уҡ балыҡ тоторға, һүрәт төшөрөргә, һунарға йөрөргә ярата. Эшкә шәп була. Буш ваҡытын гел тәбиғәттә үткәрергә ярата. 1970-1980 йылдарҙа Байым урта мәктәбендә уҡый. Мәктәптән һуң Магнитогорск һөнәрселек училищеһын тамамлай һәм 1981-се йылдың яҙында әрме сафтарына алына. Ҡаҡса кәүҙәле, сос, тыныс холоҡло егетте һауа десант ғәскәрҙәренә алалар. Ашхабадта әҙерлек үткәс Афғанстанға оҙаталар. Һуғыштың иң ҡыҙған ваҡытына эләгә 20-һелә тулмаған егеттәр.
Көндөҙ Афған халҡы үҙҙәрен бик яҡшы мөнәсәбәттә күрһәтһәләр, төндә улар ысын душманға әйләнәләр. Нимә көтөргә лә белмәҫһең уларҙан. Нимә генә күрмәй ул Афғанда: аслыҡ та, аҙналар буйы йыуынмай йөрөүҙән дә бигерәк әле гел бергә йөрөгән егеттәрҙең үлеменән дә ҡурҡынысыраҡ нәмә булмай. Шул хәтлем ҡурҡаҡ йәнле кешеләр булғанында шунда күп күрә ул, әммә шул һуғышта ысын, тоғро дуҫлыҡтың барлығына ла инана. Тупаҡ ауылы егете Хәлилде үлемдән ҡотҡарып ғүмерлек дуҫтарға әйләнәләр. Имен-аман тыуған яҡҡа ҡайтып, кәләш алып, улдарыбыҙ тыуһа бер-береһенең исемен бирербеҙ, тип һүҙ ҡуйышалар һәм һүҙҙәрендә торалар.
1983 йылда бөтә ауыл Еңеү байрамын билдәләгәндә һәм үҙенең тыуған көнөндә тыуған йортона ҡайта. Ата-әсәһе бөтә ауыл ветерандарын саҡырып ҡунаҡ итә.
Һуғышты күрһәткән батырлыҡтары өсөн “За отвагу” миҙалы менән бүләкләнә. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына күрһәтелә (был турала армиянан ҡайтҡан характеристикаһын да ла “представлен к ордену “Красной Звезды” тип яҙыла).
Армияға тиклем тыныс, араҡы менән тәмәкене тотоп та ҡарамаған егет ҡырҡа үҙгәреп ҡайта. Төнө буйы тыныс йоҡлай алмай һаташып-ҡысҡырып сығыуы, бик ҡыҙыу, тиҙ генә һуғышып барыуы, йыш эсә башлауы туғандарын ҡайғыға һала. Күпме күҙ йәштәре түгә ҡәҙерле әсәйебеҙ. Ауылда кеше аңламай, хатта көлгән кешеләрҙә була.
Ә шулайҙа ул яйлап тыныс тормошҡа өйрәнә, колхозға эшкә төшә, оҫта һунарсы, балыҡсы булып таныла. Шул хәтлем ябай, кешеләргә ярҙамсыл булыуы менән ауылдаштарының хөрмәтен яулай. Бер туғандарына ныҡлы терәк була. Шул тиклем ныҡ әсәйебеҙгә ихтирамлы була. Ауыр һүҙ әйтеү түгел, ауыр эштә эшләтмәй, хатта Афғанстандан посылка һала, ялтыр яулыҡ һәм күстәнәстәр менән. Әсәйебеҙ ул яулыҡты үлгәнсе яратып һәм ҡәҙерләп кенә алып йөрөй.
Һәр ваҡыт аҡыллы кәңәшсе булды. 1988 йылда Балапан ауылы эргәһендә Бәләкәй үләнде күлен арендаға алып, балыҡ үрсетә, район магазиндарына сығара башлай. Уның шул хәтлем дуҫтары күп була, хатта Магнитогорск ҡалаһынан хеҙмәттәштәре менән дә гел генә осрашып торалар. ВДВ көнөнә йыл һайын күл буйында осрашалар. Уларҙың иң мөһиме һуғыш булмаһын тип һөйләшеүҙәре, ҡосаҡлашып, йырлап та, илап та ултырғандары, һуғышта үлгән дуҫтарын иҫкә алыуҙары, нисек йәш кенә егеттәрҙе араҡы һәм наркотиктар ярҙамында һуғышҡа индереүҙәре, хатта үҙҙәренең эсеүҙәренә әсенеүҙәре тураһында һөйләшеүҙәре күҙ алдында.
1992 йылда үҙенән 13 йәшкә йәш ҡыҙҙы кәләш итеп ала. 1993 йылдың апрелендә улы тыуа. Хәлил тип исем ҡуша. Ләкин улының үҫкәнен күрергә насип булмай, 1993 йылдың сентябрь айында мәрхүм булып ҡала. Яҡындарының хәтерендә ул мәңге ярҙамсыл, эскерһеҙ, ысын кеше булып иҫтә ҡалған. Беҙ, туғандары, шундай ағайыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Тип хәтирәләре менән бүлешә бер туған һеңлеләре Фирүзә Әхмәтова. Асҡар ауылынан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий