воскресенье, 20 декабря 2015 г.

Хайруллин Марсель

Хайруллин Марсель Арслан улы
1961 йылдың 1 ғинуарында, Әбйәлил районы Ҡусҡар ауылында
тыуған. 1975 йылда Ҡусҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, ике йыл Асҡар урта мәктәбендә уҡый. 1979 йылдың 19
октябрендә армия сафтарына алына.
Башта Оренбург  өлкәһенең Тоцкое
лагеренда хеҙмәт итә . 1980 йылдың  февралендә Афганистанға ебәрәләр. Ситке аша
сыҡҡас  10 көндән
Афганистандың баш ҡалаһы Ҡабулға барып етәләр.
Афганистанда Ҡабул, Баграм, Джелалабад ҡалаларында хеҙмәт итә.
1981 йылдың декабрендә тыуған ауылына ҡайта.





Комментариев нет:

Отправить комментарий