Шаһыбалов Венер Таяр улы, 1961-се йылдың 15-се февралендә, Әбйәлил районы Ташбулат ауылында тыуған.Ошо ауылда урта белем ала.Армия сафтарына 1979-сы йылда саҡырыла.Тәүҙә Ырымбур өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.Унан уны Афғанстандың Джалалабад ҡалаһына интернациональ бурысын үтәргә ебәрәләр.Унан ҡайтҡас иретеп-йәбештереүсе булып эшләй.Өйләнеп өлгөрмәй, 2015-се йылда йөрәге тибеүҙән туҡтай.Уның иҫтәлеге булып юбилей миҙалдары ғына ҡала.
Ул Афған тураһында ,,Мин унда бер йыл ғына булдым.Беҙҙең ракета ғәскәрҙәрен ҙур ҡалаларҙы,аэродромдарҙы һаҡларға ебәрҙеләр.Беҙгә 1980-се йылдың 20-се февралендә тәүгеләрҙән булып Афған еренә барып инергә тура килде.Тәүге тапҡыр ҡом буранын күреп аптырауҙар онотолмай..Бөтә донъя ҡап-ҡараңғы булып киткәс тәүге кишлаҡҡа барып инергә мәжбүр булдыҡ.Үҙебеҙҙе Афған халҡына ярҙам итеүселәр итеп тойһаҡ та,улар беҙҙең барғанды яратмауҙарын төшөндөк.Улар яман ҡараштар менән,йоҙроҡ төйнәп тороп ҡалалар ине.Был минең Афғандар тураһында тәүге тәьҫорат ине.,,тип хәтерләр булған Яугир Венер Шаһыбалов.Һуғыш эҙемтәһеҙ булмай уның өсөн.2018-се йыл йөрәгенә приступ булып яҡты донъяларҙан китеп барыуын белдек.
Ильгамова Н.Ю.

Комментариев нет:
Отправить комментарий